+13 °С
Облачно


Хәнифә ҡоҙоғо янында "Беҙ бит әле Үрьяҡтар" исемле бик матур сара үтте. Был йыйынға ауылдың үр яғында бала саҡтарында бергә уйнап үҫкән, күршеләр, урамдаштар булып аралашып йәшәгән, әлеге көндә төрлө тарафтарҙа ғүмер иткән ауылдаштар йыйылды. Ата-әсәйҙәренә аят бағышлап, туғандарын, күршеләрен бала саҡтарын иҫләп һәр береһе матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мул табын артында бер-береһе менән аралашып, күрешеп, уйындарҙа ҡатнашып, ял итеп ҡайттылар. Ошо йыйынды ойошторған Зәкиә апай менән Әғзәм ағайға ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға именлек-һаулыҡ, хәйерле бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Тиҙерәк ил-көндәребеҙгә тыныслыҡ килһен, һәр икегеҙ ҙә иҫән-һау булығыҙ.
Рафиға Ғазина.