Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Июня , 15:35

Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп

Конкурста Урал аръяғы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары көс һынашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың конкурсҡа бик етди әҙерләнеүе ҡыуандырҙы. Улар барыһы ла “Урал батыр” эпосы образдарын һынландырған кейемдә ине. Күпселеге халҡыбыҙҙың төрлө музыка ҡорамалында уйнай белеүе лә һоҡландырҙы. Ҡатнашыусылар күп булыу сәбәпле, бәйге көнө буйы барҙы. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ сәхнә янынан китмәй, балаларҙы һоҡланып һәм дәртләндереп тыңланы.

Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итепБаймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп

2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 8 июнь “Урал батыр” эпосы көнө” тип билдәләнде. Ошо йәһәттән былтыр арҙаҡлы яҡташыбыҙ Илшат Тажетдиновтың ярҙамы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе тырышлығы менән мәшһүр әҫәр яҙып алынған урын яңынан кәртәләп алынды. 8 июндә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашлығында унда матур сара үткәрелде, эпосты яҙып алынған урында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырыу мәсьәләһе өйрәнелде.

Быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы планына ярашлы, эпос яҙып алынған урында Баймаҡ районы хакимиәте, райондың мәғариф бүлеге, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Хәмит сәсән вариҫтарының тырышлығы менән Урал аръяғы райондарының йәш сәсәндәре араһында “Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” исемле конкурс һәм ҙур сара үтте.

Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Баймаҡ сәсәндәренең юлын дауам итеп
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас