Владимир Сальдо менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып республика Херсон өлкәһенә социаль инфраструктураны тергеҙеүҙә практик ярҙам күрһәтә, төҙөлөш материалдары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, тип билдәләне.
– Беҙ Херсон өлкәһе биләмәһендә барған ваҡиғаларҙы әрнеү менән күҙәтәбеҙ. Һеҙ афарин, ныҡһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әммә мотлаҡ тыныслыҡ урынлашыр, тип ышанабыҙ. Беҙ ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һанлаштырыу һәм социаль яҡлау өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлашырға, төбәктең фәнни һәм мәҙәни потенциалын тергеҙеүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ.
***
Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов менән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәк-ара килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса 2026-2029 йылдарға «юл картаһына» ҡул ҡуйҙы.
Документ иҡтисадтан һәм сәнәғәттән алып мәҙәниәт һәм спортҡа тиклем үҙ-ара эш итеүҙең 15 төп өлкәһен үҙ эсенә ала һәм ике яҡтан да берлектәге аҙымдарҙы, үтәү ваҡыттарын һәм яуаплы башҡарыусыларҙы аныҡлай.