Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь , 06:50

Батыр улдар үҫтергән әсәләр осрашты

Махсус хәрби операциялағы батырҙарыбыҙ көндө төнгә ялғап, неофашистарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшен дауам итә. Аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй башланып киткән һуғыш, кемдең кем икәнен яҡшы күрһәтте, күптәрҙең ысын йөҙөн асты, яныбыҙҙа ғына йәшәгән оло йөрәкле яҡташтарыбыҙҙы билдәләне.

Батыр улдар үҫтергән әсәләр осраштыБатыр улдар үҫтергән әсәләр осрашты
Батыр улдар үҫтергән әсәләр осрашты

Үкенескә ҡаршы, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Улдарын, туғандарын, ирҙәрен, атайҙарын юғалтҡан кешеләрҙең ниндәй ауыр ҡайғыға тарыуын һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Әммә улар яҙмыштың ауыр һынауына бирешмәй артабан йәшәй, яуҙағы батырҙарыбыҙҙы хәстәрләй. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамында урынлашҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенә яҡындарын яуҙа юғалтҡан әсәләр, апайҙар-һеңлеләр, тол ҡатындар йыйылды. Уларға Георгиев таҫмаһын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Шуныһы үҙенсәлекле, был таҫмаға уларҙың батыр улдарының фоторәсеме ҡуйып эшләнде. Күҙ йәше аша ҡәҙерле әйберҙе әҙерләгән әсәләр улдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, бер-береһен йыуатты.

Сарала сая башҡорт полктарының имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың да ҡатнашыуы күңелдәргә дәрт һәм тыныслыҡ бирҙе. Хәмзә хәҙрәт яуҙа һәләк буған ир-егеттәребеҙҙең шәһит булып китеүен, был Ҡөрьәндә бик маҡтаулы булыуын, шулай уҡ яуҙағы яҡташтарыбыҙҙың батырлығы хаҡында һөйләне. Ул һәләк булған яугирҙәргә аят-доғаларын бағышланы, әле ил һағында тороусыларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Шулай уҡ осрашыуҙа “Баджан” позывнойлы батыр яҡташыбыҙ ҙа булды. Фәнил Хафизов яуҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн Суворов миҙалы менән наградлана. “Әле килеп етмәгән наградалары бар, “беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ” тип ҡырт киҫә лә ҡуя. Беҙҙең Баймаҡ ир-егеттәре шулай бик сая һуғышһа ла, үтә тыйнаҡ та”,-тип йылмайҙы яугирҙең ағаһы Хәмзә хәҙрәт.

Баджан” ике мәртәбә ауыр яраланған. Һуңғы яраһынан һуң оҙаҡ госпиталдә ята. Әле тыуған яҡтарына ҡайтарылған. Аяҡһыҙ ҡалған яугир барыбер һуғышҡа ынтыла, һәләк булған иптәштәре өсөн үс алыу, тиҙерәк Еңеү таңын аттырыу теләге менән яна.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге белгесе Гөлназ Заманова сараның бик кәрәкле булыуын һәм уның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. “Был ҙур һәм сауаплы эш. Уны ойоштороуға күп көс һалған “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабы етәксеһе Гөлназ Хафизова, шулай Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева, өҫтәмә белем биреү педагогы Дилара Йәнбирҙинаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ғөмүмән, был штабта яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса эш һис тынмай. Маскировка сеткалары үрелә, бар райондан ярҙам көн һайын килеп кенә тора. Бер ауыл да ситтә ҡалмай. Хатта балалар ҙа бик әүҙем. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Шундай берҙәмлек менән беҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам итеп, өҙөлөп көткән Еңеүҙе яҡынайтабыҙ”, - тине ул.

Күкрәгенә ғәзиз улдарының фоторәсеме ҡуйып эшләнгән Георгиев таҫмаларын таҡҡан ғорур әсәләр алдында баш эйеп, Ватандың ысын батырҙарын тәрбиәләгән өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас