+14 °С
Облачно


Ҡорбан байрамында Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған Байыш ауылында яугирҙәребеҙ хөрмәтенә ҡорбан салынды. Яҡташтарыбыҙ - хәҙер республиканан ситтә йәшәгән Латиповтар ғаиләһе изге эш башҡарҙы. Беҙҙең яугирҙәргә тип улар һигеҙ һарыҡ салдырҙы. Ә «Һаҡлаусы Фәрештә» хәрәкәте ирекмәндәре шунда уҡ эшкә тотона һәм был иттән 112 банка йорт тушенкаһы әҙерләне. Посылка алғы һыҙыҡҡа юлланды һәм уны яугирҙәребеҙ алды ла . Афарин, изге күңелле кешеләргә. Ә яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!