+14 °С
Облачно


Башҡортостанда алдағы тәүлектә көслө ямғырҙар, йәшен көтөлә, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары. Мәҫәлән, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығышта көслө. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
Йома, 5 июндә, төндә урыны менән, Көндөҙ Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +7, +12 градус күрһәтәсәк, көндөҙ һауа +17, +22 градусҡаса йылынасаҡ.
Синоптиктар фаразлауынса, аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә ямғырҙар кәмейәсәк.