Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Июня , 09:50

Баймаҡта һабантуй!

Граф күле буйында 12 июндә үтәсәк. Рәхим итегеҙ!

Баймаҡта һабантуй!Баймаҡта һабантуй!
Баймаҡта һабантуй!

ҺАБАНТУЙ

Мотал Рәмов шиғыры

Гөрләп үтһен һабантуйҙар
Беҙҙең башҡорт ерендә.
Һабантуй – халыҡ байрамы,
Йырҙар тыуһын күңелдә!

Эй, һабантуй, һабантуй,
Уйҙар булһын гел уртаҡ!
Булғас, булһын үҙебеҙсә –
Йыр-моң тормаһын туҡтап!

Егеттәрҙең аҫылдары
Һабантуйҙа һанала.
Һылыуҙарҙың һылыуҙары
Нәҡ ошонда дан ала!

Ҡот-йәм биреп еребеҙгә,
Сайҡалһындар игендәр.
Хеҙмәт емештәрен күреп,
Күтәрелһен күңелдәр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас