Беҙ йырлайбыҙ, һеҙ тыңлағыҙ
Бөгөн беҙҙә байрам бит.
Бындай матур тантананы
Хоҙай үҙе биргән бит...
Мәҙәниәт йорто алдында башҡорт милли кейемдәге «Ағинәйҙәр» ойошмаһы һәм «Хазина» ансамбле ҡунаҡтарҙы ошондай күңелле йыр менән ҡаршы алды. Унан үҙҙәре сығарған таҡмаҡ менән ҡунаҡ менән бергә Таулыҡай ерлегендә сыҡҡан «Кәшкеү» бейеүен бейене. Үҙенсәлекле хәрәкәтле бейеүҙе һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Йәнтеш, Әбүбәкир, Сыңғыҙ ауылдары ағинәйҙәрен фойела ҙур, матур күргәҙмә көтә ине. Зөлфирә Сағынбаева, Мәрйәм Үҙәнбаева, Мәзүнә Күсәрбаеваның ҡул эштәре күргәҙмәһен барыһы ла һоҡланып ҡараны. Ә Дилә Байегетованың үҙенсәлекле һәм бик матур ҡул эше - полиэфир бауҙан яһалған сумкалары ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Дилә Байрамғол ҡыҙы уларҙы эшләү нескәлектәрен дә өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Кисәнең төп өлөшө тамаша залында дауам итте. Сарала район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевтың да ҡатнашыуы үҙе бер мәртәбә ине.
Кәйүм Рәжәп улы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Таулыҡай ауылында күреүҙәренә шат булыуын белдерҙе. Киләсәктә лә ике район ойошмаларының дуҫлыҡ ептәренең дауам итеүен теләне. Ул шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ауыл тормошо, йәшәйеше менән дә таныштырҙы. Форсаттан файҙаланып, ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Улар араһында «Уңғандар» ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Ғәйнисафа Үҙәнбаева, «Аҡйондоҙ» ирекмәндәр төркөмөнән Таңһылыу Ҡотосова, «Хазина» ансамбле ағзаһы Ғәтиә Салихова, «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзаларының береһе Вәзимә Үҙәнбаева ла бар ине.
Азамат Мөхәмәтшин район ҡоролтайы иғлан иткән проект-конкурстарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашҡан таулыҡайҙарға, биләмә башлығы Ҡәйүм Уразбаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барған ойошма-ансамблдәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Әйткәндәй, быйыл Таулыҡай ауылы «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашып, биләмә данын яҡлаясаҡ. Был сарала конкурс нескәлектәре тураһында ла белде ауыл халҡы.
Бай йөкмәткеле сара программаһы концерт номерҙарын да үҙ эсенә алды. Кисәне уҡытыусы Әнүзә Азаматова алып барҙы. Мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Хазина» ансамбле, «Ағинәйҙәр» ойошмаһының моңло йырҙары, таҡмаҡтары, «Ынйылар» ансамбленең, Айзилә Ғәлинаның дәртле бейеүҙәре, Вәзимә Үҙәнбаеваның йәнтештәргә арнап яҙылған шиғыры тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелеп, баймаҡтарҙың таланттарға бай яҡ икәнен йәнә дәлилләне.
Белеүебеҙсә, ағинәйҙәр боронғо йолаларҙы тергеҙеүгә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға күп көс һала. Был юлы ла улар 5-се класс уҡыусыларына «Төрткөс ҡыуыу» йолаһын өйрәтеп, уны тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
«Был йоланы миңә ауылдың иң оло кешелдәре Вәспиямал Исхаҡова менән Гәүһәр Үҙәнбаева апайҙар һөйләне. Улар элек төрткөс ауырыуы булғанда, уны ҡыуғандар. Йәғни таяҡтарға шартылдап торған берәй әйбер бәйләп, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем һәр йортҡа урамға инеп, ошо таяҡтарҙы шатырлатып, кит, ауырыу, кит, ауырыу, ҡайҙан килдең, шунда кит, тип һамаҡлап йөрөгәндәр. Аҙаҡ, юл яҙлыҡтырабыҙ тип, һыу аша сығып, икенсе яҡтан урап ҡайтыр булғандар. Апайҙарҙың һүҙҙәренсә, был йола, ысынлап та, ярҙам иткән», - тине «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова.
Хәйбуллалар ҙа сараға буш ҡул менән килмәгән. Улар ҙа бейеп-йырлап, һөнәрҙәрен күрһәтте.
Программаға ярашлы, ҡунаҡтар һәм байрамды ойоштороусылар артабан «Еңеү» паркына юл алды. Бында улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашып мәрхүм булған егеттәргә һәм репрессия ҡорбандарына арналған стелалар менән танышты. Ауылдың имам-хатибы Рауил Салихов һәр стела тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Республикала шиғырға арналған («Башҡортостан-гөлбостан») берҙән-бер һәйкәлдең дә Таулыҡайҙа булыуын оло ғорурлыҡ менән һөйләне ауылдаштар. «Һәйкәлдең беҙҙә асылыуы юҡҡа түгел. Шағир Шәйехзада Бабич уны 2018 йылда тап беҙҙең ауылда яҙып ҡалдырған», - тине улар яҙылыу тарихын һөйләгәндә. Ауыл мәсетенә барып, уның эшмәкәрлеге менән дә танышты Хәйбулла ағинәйҙәре. Бында ҡунаҡтарға йылы аш, сәй табыны ла әҙерләне ауыл уңғандары.
Ойошҡанлы сара көн буйына дауам итте. Бер-береһен ике йыллап ҡына белгән ике район ағинәйҙәренең йылы аралашыуҙарын күреп күңел ҡыуанды. Уларҙың уйҙары ла, маҡсаттары ла, пландары ла тап килә ине. Эйе, төрлө һөнәр эйәләрен бер маҡсат - халҡыбыҙ йолаларын һаҡлау, тергеҙеү, уны киләсәк быуынға еткереү берләштерҙе.
Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, фәһемле сараны ойоштороусыларға, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гөлнур Дәүләкәноваға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, артабан да осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралышты матур сараның ҡунаҡтары.
Йәшәһен Баймаҡ-Хәйбулла дуҫлығы!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.