Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Май , 07:25

Иң ҙур байлығыбыҙ - ғаиләбеҙ

Сабыйға бишек йырын йырлау - өлөшө лә бик сағыу һәм матур булды. Рәфил Буранбаев менән Әлфир Байтурин, Гүзәл Мәжитова, Альбина Байегетова, Гөлсәсәк Әбүбәкировалар бишек йырын йырлап, сабыйҙарын йоҡлатыу күренешен сағылдырҙы.

Ҡаланың «Толпар» балалар баҡсаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан «Татыу ғаилә - ил күрке» исемле конкурс үтте. Унда мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Гөлсәсәк һәм Илнур Әбүбәкировтар, өлкәндәр төркөмөнән Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар, уртансынан - Гөлназ һәм Әлфир Байтуриндар, беренсе кескәйҙәр төркөмөнән - Гөлназ һәм Рәфил Буранбаевтар, икенсе кескәйҙәр төркөмөнән Гүзәл һәм Айрат Мәжитовтар ғаиләләре ҡатнашты. Был ғаиләләрҙә өс һәм унан күберәк балалар тәрбиәләнә.

Сараны баҡсаның өлкән тәрбиәсеһе Зөбәржәт Шафиҡова менән уҡытыусы-логопед Гөлсинә Зәйнуллина алып барҙы.

Бәйгеселәрҙең сығышын «Толпар» балалар баҡсаһы мөдире Рәзилә Сағынбаева, ошонда эшләп хаҡлы ялға сығыусы Мөнирә Ситдыҡова, Зәйтүнә Рәсүлева, Миңлегөл Мерәҫова, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин баһаланы.

Беренсе ярыш төрө визитка булды. Бында һәр ғаилә үҙе менән яҡындан таныштырҙы, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләне. Сығыштар экрандағы видеопрезентация менән оҙатылып барҙы.

Әбүбәкировтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Аэлитаға - 9, Альбертҡа -6, Арсланға - 3 йәш. Тырыш, маҡсатлы ғаилә үҙ эштәрен асҡан. Илнур Рәзиф улы машиналар ремонтлау менән булышһа, Гөлсәсәк Батыр ҡыҙы - косметолог.

«Ҡыҙыбыҙ пианинола уйнай, бассейнда йөҙөргә ярата, шулай уҡ ҡул эштәренә маһир. Альберт спорт менән дуҫ. Самбо ярышында үҙен һынап ҡараны. Балаларыбыҙҙы кешелекле, уңған, эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Туғандарҙы, ололарҙы ихтирам итергә кәрәк тип өйрәтәбеҙ», - тине Гөлсәсәк Батыр ҡыҙы.

Гөлназ менән Әлфир Байтуриндар ғаиләһендә ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы урман хужалығында мастер булып эшләй. Бынан тыш, үҙенең шәхси пилорамаһы ла бар. Шулай уҡ күпләп йылҡы малы көтә. Гөлназ - хужабикә. Ислам менән Заһир - мәктәп уҡыусылары. Әминә - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

«Заһир менән Әминә «Урал батыр» эпосын теләп өйрәнә. Икеһе лә район кимәлендәге конкурста эпосты яттан һөйләү бәйгеһендә ҡатнаштылар. Заһир - 290, Әминә 129 юл ятлап, беренсе урын яуланы», - тине Гөлназ Нәғимйән ҡыҙы.

Байегетовтар дүрт бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Айҙар былтыр Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлай. Әле әрмелә хеҙмәт итә. Айгиз - Сибай медицина колледжының 3-сө курсында уҡый, Мәликә - 6-сы класс уҡыусыһы, кескәй Мәҙинә балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә, Альбина Рауил ҡыҙы - «Һаҡмар» гәзитендә эшләй.

Атай-әсәй улдары һәм ҡыҙҙарының һәр яҡлап һәләтен, таланттарын үҫтерергә тырыша. Уларҙың район, республика кимәлендәге йыр, шиғыр һөйләү конкурстарында, спорт ярыштарында яулаған уңыштары бихисап. Альбина менән Рөстәм 2025 йылда РФ Президенты Путиндың указы менән «Ата-әсәлек даны» миҙалы орденына лайыҡ була.

Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтар өс ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк иткән. Өлкәндәре Дилә Орск ҡалаһында медицина колледжын тамамлап, Гай ҡалаһында эшләп йөрөй. Шәүрә 9-сы класта белем ала. Спортты үҙ иткән ҡыҙ бокс түңәрәгенә йөрөй һәм район, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә. Ул шулай уҡ гитарала уйнарға ярата. 5-се класта уҡыған Камила Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбенә скрипка түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Маратҡа дүрт йәш. Гүзәл Айрат ҡыҙы инглиз теле буйынса репетиторлыҡ менән шөғөлләнә. Әсҡәт Рәсүл улы махсус хәрби операция яугире. Улар былтыр Республика башлығы Р.Ф. Хәбиров уҡазы менән «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды.

Буранбаевтар ғаиләһендә өс бала. Нияз - 11-се, Руфина - 9-сы класта уҡый, 2 йәшлек Йәсминә баҡсаға йөрөй. Район мәғариф бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләгән Гөлназ Нәғимйән ҡыҙы әле декрет ялында. Рәфил Рафаил улы 20 йыл эске эштәр бүлегендә эшләп, хәҙер хаҡлы ялда. Нияз математика, информатика фәндәре буйынса муниципаль, төбәк-ара конкурстарҙа призлы урын яулай. Спорт менән дуҫ булған егет йөҙөү буйынса ла һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Руфина - бейергә ярата.

Бәйгенең икенсе өлөшө - «Исемең матур кемдәр ҡуйған?», тип аталды. Бында ғаиләнең һәр ағзаһы исеменең сығышы, ниндәй мәғәнә аңлатҡанын әйтте. Алып-барыусылар ата-әсәләргә балаға ни өсөн тап ошо исемде һайлауҙары тураһында ла һораны.

«Өс ҡыҙҙан һуң дүртенсе мөхәббәт емешебеҙ улыбыҙ тыуыу моратына ирештек. Шуға ла уға Морат тип исем ҡуштыҡ», - тине бәхетле йылмайып Гүзәл Айрат ҡыҙы.

«Беҙҙең иң бәләкәсебеҙ - Йәсминә. Исем ҡушыр алдынан, ҡайһыныһын һайларға тип, бер нисә вариант араһында аптыранып ҡалдыҡ. Шунан туғандар чатында ошо исемдәр менән һораулама үткәреп, күпселек Йәсминәне һайланы», - тип ҡыҙҙарының исем ҡушылыу тарихы менән уртаҡлашты Гөлназ Нәғимйән ҡыҙы.

Сабыйға бишек йырын йырлау - өлөшө лә бик сағыу һәм матур булды. Рәфил Буранбаев менән Әлфир Байтурин, Гүзәл Мәжитова, Альбина Байегетова, Гөлсәсәк Әбүбәкировалар бишек йырын йырлап, сабыйҙарын йоҡлатыу күренешен сағылдырҙы.

Бәйгеселәргә шәжәрә эшләү бурысы ла йөкмәтелгәйне. Был эшкә лә һәр кем яуаплы ҡараған.

Эйе, ата-бабаларыңды, ете быуыныңды белеү, бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынға еткереү - һәр ата-әсәнең изге бурысы. Кемдер шәжәрәһен ағас формаһына эшләп алып килгән, кемдер видео ярҙамында күрһәтте.

Конкурста ғаиләләр үҙҙәренең ижади һәләтен генә һынап ҡалманы, етеҙлектә лә һынаны. Атайҙар улдары менән уйынсыҡ атты ҡороҡлаһа, әсәй ҡыҙы менән йомғаҡ йомарланы. Көйәрмәндәрҙең ихлас ҡул сабыуҙары бәйгеселәргә көс-дәрт өҫтәне.

Шулай итеп, бер нисә һынауҙы үҙ эсенә алған күңелле, мауыҡтырғыс конкурс һиҙелмәйсә үтеп тә китте.

Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, өсөнсө урынды Байтуриндар һәм Әбүбәкировтар ғаиләләре бүлеште. Икенсе урын Мәжитовтарға бирелде. Беренсе урынға Буранбаевтар лайыҡ булды. Байегетовтар ғаиләһе конкурс еңеүсеһе тип танылып, «Татыу ғаилә - ил күрке» кубогына лайыҡ булды.

Сарала ҡатнашыусы ғаиләлә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бағыусы Т.Т. Рәхмәтуллин әҙерләгән татлы бүләктәрҙе алып һөйөндө.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә күп көс һалғандары, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн биш ғаиләгә лә Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Бәйгеселәр күңелле ял сәғәттәре өсөн матур кисә үткәреүсе «Толпар» балалар баҡсаһы етәкселегенә, ойоштороусыларға, тәрбиселәргә, концерт номерҙары бүләк иткән кескәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Эйе, был конкурс ғаиләләрҙең һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып торҙо.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас