Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Мая , 06:25

Баймаҡ мәсетендә Ҡорбан байрамы

Мосолман ҡәрҙәштәрҙе район башлығы Азамат Иҙрисов ҡотланы

Баймаҡ мәсетендә  Ҡорбан байрамыБаймаҡ мәсетендә  Ҡорбан байрамы
Баймаҡ мәсетендә Ҡорбан байрамы

Ҡәҙерле яҡташтар, дуҫтар, туғандар һәм дин ҡәрҙәштәр!  

Барығыҙҙы ла иң нурлы, иң изге байрамдарыбыҙҙың береһе — Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайым!   Был көндө уҡылған доғаларыбыҙ, салған ҡорбандарыбыҙ һәм барлыҡ изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын.  

Ҡорбан байрамы һәр өйгә тыныслыҡ, ҡот һәм бәрәкәт алып килһен. Ул күңелдәребеҙҙе игелек менән тулыландырһын, берҙәмлегебеҙҙе нығытһын һәм һәр йөрәккә рухи көс бирһен.   Бөгөн, тотош мосолман донъяһы изге теләктәр юллағанда, беҙҙең илебеҙгә — тыныслыҡ, халҡыбыҙға яҡты киләсәк теләйем.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы батыр яугирҙәребеҙ еңеү менән, имен-һау үҙ ғаиләләренә һәм тыуған йорттарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын.   Аҡ ниәттәребеҙ бойомға ашһын! Барығыҙға ла сабырлыҡ, рух ныҡлығы, һаулыҡ һәм һәр саҡ аяҙ күк йөҙө теләйем. Ҡорбан  байрам мөбәрәк булһын!

Баймаҡ мәсетендә  Ҡорбан байрамы
Баймаҡ мәсетендә Ҡорбан байрамы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас