Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май , 04:25

Яугир менән осрашыу

"Буян" махсус хәрби операция тураһында һөйләне

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Темәс ауылының тарихи-мәҙәни үҙәге модуль китапхана менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугиребеҙ менән осрашыу ойошторҙо.Байрас Тажетдинов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Осрашыуҙа Темәс ауылы ирекмәндәре, мәктәп уҡыусылары, Темәс ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Ә.Йосопов ҡатнашты. Тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Марат Юлай улы махсус хәрби операцияның маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында һөйләне. "Буян" позывнойлы яҡташыбыҙ хәрби операция тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Был осрашыуҙа булғандарҙың кемеһенеңдер туғандары һуғышта, кемдер яҡындарын юғалтҡан... Осрашыу йылы һәм тәрбиәүи-патриотик рухта үтте. Йырҙар йырланды, ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрелде. Барыһы ла илебеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет теләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас