Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Май , 10:40

Аварияла 13 йәшлек бала һәләк булған

Авария 19 майҙа кис көнө Иглин – Красный Восход автомобиль юлында теркәлгән

Аварияла 13 йәшлек бала һәләк булғанАварияла 13 йәшлек бала һәләк булған
Аварияла 13 йәшлек бала һәләк булған

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «СЕАЗ» автомобиле рулендәге 22 йәшлек егет идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Машина түңкәрелгән.

Водителдең туғаны, 13 йәшлек пассажир, алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән биргән.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Водитель полиция бүлегенә килтерелгән, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: матбуғат хеҙмәте  Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас