Новости
18 Май , 10:00

Мерәҫтәр еңеү яуланы

Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Мерәҫтәр еңеү яуланыМерәҫтәр еңеү яуланы
Мерәҫтәр еңеү яуланы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров “Айыҡ ауыл” VII республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. Беҙҙең райондан тантнала хакимиәт башлығы Азамат Иҙрисов менән Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев ҡатнашты.

Мерәҫ ауылы “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында 3-сө урынды яуланы һәм диплом, 3 млн һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас