Новости
17 Мая , 12:20

Темәстә - Музей төнө

Башкортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы тарафынан Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө – 2026» акцияһы сиктәрендә Темәс ауылының төрлө ойошмалары коллективтары өсөн «Барыбыҙ ҙа-берҙәмбеҙ!» исемле квест-уйын үткәрелде, уйын Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналды. Акцияла Темәс ауылының биш учреждениеһы һәм ойошма командалары ҡатнашты: 

Темәстә - Музей төнөТемәстә - Музей төнө
Темәстә - Музей төнө

 Башкортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы тарафынан Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө – 2026» акцияһы сиктәрендә Темәс ауылының төрлө ойошмалары коллективтары өсөн «Барыбыҙ ҙа-берҙәмбеҙ!» исемле квест-уйын үткәрелде, уйын Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналды.

Акцияла Темәс ауылының биш учреждениеһы һәм ойошма командалары ҡатнашты: Темәс урта мәктәбе командаһы, участка дауаханаһы, ауыл администрацияһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл мәҙәниәт йорто һәм тарихи-мәҙәни үҙәк коллективы коллективтары ҡатнаштылар.

Квест-уйында ҡатнашыусылар өсөн 6 тур һынауҙар әҙерләнде: «Визит карточкаһы», «Тылсымлы һандар», «Үткәнгә мауыҡтырғыс сәйәхәт», «Шиғриәт донъяһында» кроссвордтары, «Ижади конкурс», «Традицион башҡорт милли йәйәнән уҡ атыу» һәм «Музей предметын тасуирлап яҙ» кеүек ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындар әҙерләнде.

Сара башында Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире А.Р. Мәжитов бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне, алдағы уйында уларҙың барыһына ла уңыштар теләне.

Квест-уйындың һәр этабы өсөн командалар үҙҙәренә мәрәй йыйҙылар. Иң күп мәрәй йыйып Темәс урта мәктәбе уҡытыусыларының "Созвездие народов" исемле командаһы еңеүсе тип танылды.

Икенсе урынды Ә. Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе коллективының "Йәшлек" командаһы алһа, өсөнсө урынға Темәс ауыл биләмәһе коллективы командаһы сыҡты. Барлыҡ командаларға ла иҫтәлеккә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы Бөтә Рәсәй "Музейҙар төнө-2026" акцияһында ҡатнашҡан ойошмаларға оло рәхмәтен һәм хөрмәтен белдерә. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Эштәрегеҙҙә уңышлыҡтар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. 

Темәстә - Музей төнө
Темәстә - Музей төнө
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас