Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Май , 10:20

Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы

Яугирҙәребеҙҙең алдынғы һыҙыҡтағы хәлен белеү, уларға халҡыбыҙҙың дәртләндереү һүҙҙәрен еткереү өсөн журналистарыбыҙ уларҙың янына йыш барып ҡайта. Улар араһында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ла бар ине.

Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланыБаймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы
Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы

Лариса Абдуллина менән осрашыу

Махсус хәрби операцияның шауҡымы ҡағылмаған ғаилә бармы икән хәҙер? Юҡтыр. Яугирҙәребеҙ неофашистарға ҡаршы йәнен аямай һуғышҡан мәлдә, халыҡ берҙәм көс булып уҡмашып Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй.

Яугирҙәребеҙҙең алдынғы һыҙыҡтағы хәлен белеү, уларға халҡыбыҙҙың дәртләндереү һүҙҙәрен еткереү өсөн журналистарыбыҙ уларҙың янына йыш барып ҡайта. Улар араһында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ла бар ине. Лариса Хашим ҡыҙы Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье өлкәһенә барып ҡайта. Унда күргәндәре “Позывной “Башкир” китабына документаль материалдар булып туплана, баҫма нигеҙендә реаль интервьюлар һәм осрашыуҙар, фронт хәтирәләре, очерктар һәм документаль һүрәттәр ята. Автор шулай уҡ яугирҙәр менән осрашыу мөхитен, улар менән аралашыу интонацияларын һәм геройҙарҙың эске рухи көсөн дә тасуирлай. Китап бөгөнгө Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора. Лариса Хашим ҡыҙының МХО биләмәһенән алып ҡайтҡан “Позывной “Башкир” китабына ингән тәъҫораттарын, уй-хистәрен башҡорт теленән рус теленә тәржемә итергә тура килде миңә. Журналистың яугирҙәр менән аралашыуын, уларҙың кисерештәрен күҙ йәштәрһеҙ уҡыуы мөмкин түгел. Ысынлап та, бындай документаль китаптар халыҡ өсөн бик мөһим.

Баймаҡ район китапханаһына Лариса Абдуллина менән осрашыуға китап һөйөүселәр ҙур теләк менән йыйылды. Лариса Хашим ҡыҙының махсус хәрби операция ғына түгел, ә Луганск, Донецк, Запорожье яҡтарында халыҡтың нисек йәшәүе тураһында барыһы ла тәьҫирләнеп тыңланы. Журналистың яу кисерештәрен беҙҙең данлыҡлы “Урал батыр” эпосына, халҡыбыҙ тарихына бәйләүе онотолмаҫлыҡ булды.

Осрашыуҙа МХО-ны батырҙарса үткән “Маджохед” позывнойлы яҡташыбыҙ – Әсхәт Мәжитовтың та булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Ул ҡатыны Гүзәл менән бергә килгән ине. Матур ғаилә 4 бала тәрбиәләй. Яугирҙең: “Мин махсус хәрби операцияға юлланғанда улыма 10 ай ине. “Балаңды уйламайһыңмы?” - тип әйтеүселәр ҙә булды. Әммә бында, беҙҙә тыныс, миңә бер-бер хәл булһа, балаларымдың әсәһе, яҡындарым бар тип уйланым. Ә ундағы балаларҙың эсәр һыуға зар-интизар булып ултырыуын күреүе бик ауыр”, - тигән һүҙҙәрен күҙ йәштәре аша тыңланыҡ.

Сарала “Ватанды һаҡлаусы” фондының социаль координаторҙары Гөлназ Заманова, Альбина Шәғәҙәтова, “Һаҡлаусы Фәрештә”, “Беҙ бергә” штабтары ирекмәндәре лә ҡатнашты. “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы сараға ҡуйылған күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте. Лариса Абдуллинға ирекмәндәрҙең эшенә юғары баһаһын бирҙе.

Баймаҡ район китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова Лариса Хашим ҡыҙына артабан да ижади үрҙәр теләп, изге теләктәрен еткерҙе. Эйе, яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, ә ҡәләм оҫталары уларҙың батырлығын мәңгеләштереүҙән бер ҙә туҡтамаһын ине!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы
Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы
Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы
Баймаҡтар МХО тураһындағы китапты туйланы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас