Новости
15 Май , 06:45

Бөгөн - Ғаилә көнө

Ғаилә – ул йәшәү мәғәнәһе, йолалар, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, мәҙәни мираҫ һаҡсыһы һәм, шул уҡ ваҡытта, яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы сығанаҡ.

Бөгөн - Ғаилә көнөБөгөн - Ғаилә көнө
Бөгөн - Ғаилә көнө

15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ғаилә – ул йәшәү мәғәнәһе, йолалар, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, мәҙәни мираҫ һаҡсыһы һәм, шул уҡ ваҡытта, яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыусы сығанаҡ. Бәхетле һәм татыу ғаилә – уңышлы киләсәктең нигеҙе, һәр кешенең тормошонда ышаныслы таяныс. Районыбыҙ илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгән, тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт иткән данлы һәм ныҡлы ғаиләләре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Байрам уңайынан барлыҡ ғаиләләргә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, татыулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ. Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас