Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Май , 12:10

Баймаҡ районында һабантуй 12 июндә үтәсәк

Әлеге ваҡытта уға әҙерлек эштәре башланды

Баймаҡ районында һабантуй 12 июндә үтәсәкБаймаҡ районында һабантуй 12 июндә үтәсәк
Баймаҡ районында һабантуй 12 июндә үтәсәк

ҺАБАНТУЙ

Мотал Рәмов шиғыры

Гөрләп үтһен һабантуйҙар
Беҙҙең башҡорт ерендә.
Һабантуй – халыҡ байрамы,
Йырҙар тыуһын күңелдә!

Эй, һабантуй, һабантуй,
Уйҙар булһын гел уртаҡ!
Булғас, булһын үҙебеҙсә –
Йыр-моң тормаһын туҡтап!

Егеттәрҙең аҫылдары
Һабантуйҙа һанала.
Һылыуҙарҙың һылыуҙары
Нәҡ ошонда дан ала!

Ҡот-йәм биреп еребеҙгә,
Сайҡалһындар игендәр.
Хеҙмәт емештәрен күреп,
Күтәрелһен күңелдәр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас