+25 °С
Облачно


Авария кисә төшкә табан Ира Магнитогорск автомобиль юлының 143-сө километрында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 43 йәшлек Lada XRay автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм УАЗ автомобиле менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә 43 йәштәге пассажир алған йәрәхәттәренән фажиғә урында уҡ вафат була. Тағы ла дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.