+21 °С
Болотло


Сибай-Аҡъяр һәм Баймаҡ-Аҡморон юлдарында ремонт эштәре башланды. Бөгөн был участкаларҙа яңы асфальт түшәлә. Юлдар оҙаҡ һәм ышаныслы хеҙмәт итһен өсөн, белгестәр ресайклингтың заманса технологияһын ҡуллана - был япманың нигеҙен нығытырға һәм сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Баймаҡ-Аҡморон участкаһында эштәр былтыр уҡ башланғайны һәм хәҙер ҙә дауам итә. Ошо райондарҙа йәшәүселәр ремонтты күп йылдар көттө, юлдарҙың торошона бер нисә тапҡыр ялыу менән дә мөрәжәғәт итте. Был районыбыҙ өсөн алға табан ҙур аҙым. Уңайлы юлдар - ул, тәү сиратта, уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек, шулай уҡ иҡтисадты үҫтереү һәм беҙҙең барыбыҙ өсөн дә яңы мөмкинлектәр.