

Бөгөн редакцияла иртәнге сәғәттәрҙән айырыуса йәнлелек һиҙелде, шаярыу-көлөшөү һүҙҙәре лә йышыраҡ яңғыраны. Шулай булмай ни! “Һаҡмар” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, бүләк отоусылар килде беҙгә! Иң тәүҙә Ғәҙелбайҙан Фирғәт ағай Әсәнов килде. Ул Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар әҙерләгән матур, йылҡылдап ҡына торған сәй сервизын отто. Унан ҡаҙ бәпкәләре отҡан: Түбәнге Таһирҙан Фәрзәнә Йосопова, Темәстән С.Х. Муллағолова, Иҫке Сибайҙан А.Ф. Иҫәнгилдина бер-бер артлы килеп етте. Мәмбәттән ҡаҙ бәпкәләре отоусы Гөлдәр Юнысова бигерәк тә һөйөндөрҙө беҙҙе. “Тағы 5 бәпкә өҫтәп алам да, мохтаж ғаиләгә бүләк итәм бәпкәләрҙе”, - тине мөләйем йылмайып һөймәлекле генә ханым. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡаҙ бәпкәләрен бүләк иткән Байрамғоловтар КФХ-һына мең рәхмәт! Эштәрегеҙ гел уң барһын!
Кәрешкәнән “Фаберлик” компанияһының йыйылмаһын отҡан Тәхиә ағай Юлдашбаев та ҡыуандырҙы. “Мин бишенсе мәртәбә һеҙҙең бүләкте отам. Редакцияла танышың барҙыр тип әйтә ауылдаштар”, - тип көлдөрөп тә алды. Һәр саҡ шулай даланлы булығыҙ, Тәхиә ағай! Ә “Фаберлик”тың шәп йыйылмаларын бүләк итеп биргән Фәриҙә Йәноҙаҡоваға иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Уйыныбыҙҙың төп призы - аэрогрилде Таулыҡай ауылында йәшәүсе Зинаида Үҙәнбаева алып барып тапшырасаҡбыҙ. Ҡалған бүләк отоусыларҙың редакциянан килеп приздарын алыуҙарын һорайбыҙ.
Бына шундай ҡыуаныслы көн бөгөн редакцияла!
Ә беҙҙең “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” уйыны дауам итә. Был юлы төп приз – ҡиммәтле электр самауыры! Яратҡан баҫмабыҙға яҙылып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрергә ашығығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!