Новости
5 Мая , 03:05

Яугирҙәрҙе данлап, әсәләрҙе хөрмәтләп

Һеҙ яңғыҙ түгел! Улдарығыҙ-беҙҙең геройҙарыбыҙ, һәм уларҙың исемдәрен быуындан-быуынға ҡәҙерләп  тапшырасаҡбыҙ. 

Яугирҙәрҙе данлап, әсәләрҙе хөрмәтләпЯугирҙәрҙе данлап, әсәләрҙе хөрмәтләп
Яугирҙәрҙе данлап, әсәләрҙе хөрмәтләп

 Баймаҡ ҡалаһындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә яугирҙәрҙең яҡындары йыйылды.. Улар өсөн Георгий таҫмаларын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.  Әсәләрҙең, тол ҡатындарҙың һәм апай-һеңлеләрҙең күҙ йәше аша эшләгән таҫмалары мәңгелек хәтергә әйләнер. Яҡындарын яуҙа юғалтыу берләштергән кешеләр аралашыуҙа йыуаныс тапты, хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм был ауыр, әммә шундай мөһим мәлдә бер-береһенә ярҙам итте.

Геройҙарыбыҙҙың хөрмәтле ғаиләләре! Һеҙ үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгән, сиктәребеҙҙең тыныслығын  һаҡлаған ысын улдар үҫтерҙегеҙ.  Һеҙ яңғыҙ түгел! Улдарығыҙ-беҙҙең геройҙарыбыҙ, һәм уларҙың исемдәрен быуындан-быуынға ҡәҙерләп  тапшырасаҡбыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас