Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
4 Мая , 11:55

"Дарман" дуҫтарын йыйҙы

Ишбирҙелә "Дарман" ансамбленең 10 йыллыҡ юбилейына арналған кисә үтте. Сара шул тиклем сағыу һәм төрлө концерт номерҙарына бай булды .Байрам башында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Ишбирҙе ауылының ҡоролтай ойошмаһы рәйесе Сәлим Мөхтәр улы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динар Радик улы "Дарман" ҡыҙҙарын ҡотлап, бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

"Дарман" дуҫтарын йыйҙы"Дарман" дуҫтарын йыйҙы
"Дарман" дуҫтарын йыйҙы

Ишбирҙе мәҙәниәт йортонда "Дарман" ансамбленең 10 йыллыҡ юбилейына арналған кисә үтте. Сара шул тиклем сағыу һәм төрлө концерт номерҙарына бай булды .
Байрам башында Баймаҡтан ҡунаҡ, райондың Ҡоролтайы етәксеһе Азамат Мөхәмәтшин, үҙебеҙҙең ауылдың Ҡоролтай етәксеһе рәйесе Сәлим Мөхтәр улы һәм ауыл хәкимиәте етәксеһе Динар Радик улы "Дарман" ҡыҙҙарын ҡотлап, бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән Сәйғәфәрҙән "Хазина" ансамбле һәм Лена Риф ҡыҙы тағыла ла үҙе айырым матур йырҙарын йырланылар. Йылым ауылынан ҡунаҡтарыбыҙ Дилә Ураловна етәкселегендәге " Талир тәңкә" ансамбле бейеу менән һәм Лилиә Әғзәм ҡыҙы матур йыры менән сәхнәне биҙәнеләр . Күрше ауылыбыҙҙан тағы бер ҡунаҡтарыбыҙ Бөрйән-Йылға ауылы һылыуҙары Гөлназ Камилевна етәкселегендәге "Серҙәштәр" ансамбле лә бик матур сығыш яһанылар. Ә үҙебеҙҙең "Хәтирә" ансамбле тураһында әйтеп тораһы ла юҡ , оло йәшкә ҡарамай шундай дәртле үҙҙәре . Улар йыр менән сығыш яһанылар . "Фатиха" йыр ансамбле , матур, дәртле йырҙарын бүләк иттеләр Дармандарҙың үҙҙәрен бейетеп . Йәш ансамблдәрҙең береһе «Талҡы килендәре» бейеү менән сыҡһа, ә ауылыбыҙҙың һандуғасы Камила Хәйризаманова моңло матур йырын бүләк итте.
Дармандар үҙҙәре матур бейеүҙәре һәм йырҙары менән сығыш яһанылар !
Байрам моғайын да барыһына ла оҡшағандыр тип уйлайым. Барлыҡ ҡатнашыусыларға , ҡунаҡтарға һәм тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәт. МХО-ға ярҙамдан тип ултыртылған ҡумтаға өлөш индергәндәргә ҙур рәхмәт . Берҙәмлек йылында берҙәм, татыу,һау-сәләмәт булайыҡтар!

Ишбирҙе мәҙәниәт клубы.

"Дарман" дуҫтарын йыйҙы
"Дарман" дуҫтарын йыйҙы
"Дарман" дуҫтарын йыйҙы
"Дарман" дуҫтарын йыйҙы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас