Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
3 Мая , 09:40

Баймаҡ уҡсыларының сираттағы уңышы

Баймаҡ уҡсылары һəр ваҡыттағыса юғары урындарҙа булды.

Баймаҡ уҡсыларының сираттағы уңышыБаймаҡ уҡсыларының сираттағы уңышы
Баймаҡ уҡсыларының сираттағы уңышы

2 май Əбйəлил районының Ҡужан ауылы Өлтөк ҡарағастар янында 2Д -һунар буйынса турнир уҙғарылды. Ауырғазы, Əбйəлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Ейəнсур райондарынан, Өфө, Белорет, Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалаларынан 60-тан ашыу уҡ-һаҙаҡты һөйөүселəр ҡатнашты. Төрлө хайуандарҙың, ҡоштарҙың һүрəтенə төрлө аралыҡтарҙан атыуы, бигерəктə ағастар өҫтəнə йə менеп, йə ағасҡа ятып атыу уҡсыларҙың күңеленə хуш килде. Баймаҡ уҡсылары һəр ваҡыттағыса юғары урындарҙа булды. 55 йəшкə тиклемге уҡсылар араһында Ғəфүр Рахманғолов чемпион булһа, Илфат Мырҙағəлин бронза миҙалын яулап һөйөндө. Яңы ата башлаған уҡсылар араһында Күсеев Алмас тəүге тапҡыр сығыш яһауға ҡарамаҫтан 3 урын алыуға өлгəште. 55 йəштəн өлкəн олпат ағайҙар араһында 3 урынға Ғəлин Самат ағайыбыҙ менеп баҫты. Шулай уҡ, балалар араһында ла ярыш үтте. Унда ла беҙҙең йəш мəргəндəребеҙ ҡыуандырҙы. 13 йəшкə тиклемге ҡыҙҙар араһында Баймаҡ ҡыҙы əлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында БРГИ-ла уҡып йөрөүсе Рахманғолова Рүзилə чемпион исеменə лайыҡ булды. 14-17 йəшлек һылыуҙар араһында Күсеева Алина бронзаны элəктереп алды. Ғөмүмəн əйткəндə өлтөк ҡарағастар янында Баймаҡ уҡсылары хəйерле һунар итеп ҡайтты. Афариндар. Артабан да шундай ҡаҙаныштар менəн ҡыуандырып тороғоҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас