Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Мая , 05:50

Яугир ауылдаштарына бүләк яһаны

Махсус хәрби операция ветераны Ишмурзин Рөстәм Ғаяз улы,ауылдаштарына спорт кәрәк-яраҡтарын тапшырҙы

Яугир ауылдаштарына бүләк яһаныЯугир ауылдаштарына бүләк яһаны
Яугир ауылдаштарына бүләк яһаны

«Батырҙың йөҙө — ҡоростай, күңеле — арыҫландай» - был мәҡәлдә халҡыбыҙҙың Тыуған илгә һөйөүе һәм тоғролоғо сағыла.

Ысын ир-егеттәр үҙ илен яҡлап ҡына ҡалмай, ә уның киләсәге, халҡының һаулығы хаҡында ла хәстәрлек күрә. Иҫке Сибай ауыл спорт залы яңы инвентарға байыны! Махсус хәрби операция ветераны Ишмурзин Рөстәм Ғаяз улы,ауылдаштарына спорт кәрәк-яраҡтарын тапшырҙы. Аллаға шөкөр, залда шөғөлләнеү өсөн шарттар артты, балалар ҙа, ололар ҙа рәхәтләнеп спорт менән дуҫлаша ала. Ошондай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Ватанды һаҡлап, тыныс тормошта ла изгелекле эштәр башҡарыу — ысын батырлыҡ һәм йөрәк йылыһы өлгөһө. Рәхмәт һеҙгә, Рөстәм Ғаяз улы, изгелегең, ярҙамың өсөн! Ауылдаштарыңдың сәләмәтлеге, бәхете хаҡына башҡарған эштәрең үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас