+14 °С
Облачно
Баймаҡтар иртәгә махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур ылау оҙатасаҡ. Шул уңай менән гуманитар ылау туплана. Бөгөн “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына тағы ла ике мотоцикл алып килделәр. Урғаҙа ауылынан кәрҫтиән-фермер хужалыҡ башлыҡтары, ағалы-ҡустылы Анатолий һәм Борис Новиковтар 300000 һумға һатып алынған өръяңы ике мотоцикл алып килде. “RACER” һәм “ROCKOT” мотоциклдары яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Изге күңелле яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен!