Новости
30 Апрель , 03:50

Именлек һағы - ышаныслы ҡулдарҙа

30 апрелдә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға беренсе булып ярҙамға ташланған янғын һүндереүселәр һөнәри байрамын ҡаршылай. 1649 йылда Рәсәй батшаһы Алексей Михайлович янғын һүндереү тураһындағы рәсми документҡа ҡул ҡуя. Ә инде 1999 йылда Рәсәй Президенты тап ошо көндө янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамы тураһындағы Указын булдыра. Быйыл был хеҙмәт барлыҡҡа килеүгә - 377 йыл.

30 апрелдә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға беренсе булып ярҙамға ташланған янғын һүндереүселәр һөнәри байрамын ҡаршылай. 1649 йылда Рәсәй батшаһы Алексей Михайлович янғын һүндереү тураһындағы рәсми документҡа ҡул ҡуя. Ә инде 1999 йылда Рәсәй Президенты тап ошо көндө янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамы тураһындағы Указын булдыра. Быйыл был хеҙмәт барлыҡҡа килеүгә - 377 йыл.

Рәсәйҙә йылына яҡынса 300-400 мең янғын сыға. Был көнөнә бер мең, йә булмаһа һәр сәғәтенә 42 бәхетһеҙ осраҡ теркәлә, тигән һүҙ. Уларҙа ете меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Ун янғындың туғыҙ осрағы кеше факторы менән бәйле. Был бик ҙур һан. Ә улар артында янғын һүндереүселәр тарафынан тиҫтәләгән ҡотҡарылған ғүмер, йолоп алып ҡалынған бәхетһеҙ осраҡтар.

Баймаҡ янғын һүндереүселәре һөнәри байрамын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса 15-се отрядтың 114-се янғын һүндереү часы район биләмәһенең именлеге һағында тора. Улар талап ителгән осраҡта күрше райондарға ла ярҙамға сыға. Коллективты 35 кеше тулыландыра. Тәүлек әйләнәһенә һигеҙ хеҙмәткәр халыҡ именлеге һағына баҫа. Янғын-һүндереү часы һигеҙ берәмек техника менән тулыландырылған.

Ҡарауыл начальниктары Валерий Яхин, Роберт Хәсәнов, Айнур Исхаҡов, Рифат Әлибаев ниндәй генә ауыр янғын булмаһын, һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, уны ҡыҫҡа ваҡытта һүндереүгә өлгәшәләр. Бүлексә командирҙары Рәил Такаев, Әҡсән Өмөтбаев, Марсель Рәсүлев уларҙың беренсе таянысы. Янғын һүндереүселәр Данил Хәмитов, Артем Осик, Арсен Ғәлин, Йәмил Кәйекбирҙин, водителдәр Руслан Сабитов, Тимур Килдеғошов, Илгиз Дәүләтшин, Анатолий Велигон, Марсель Боҫҡонов, Өлфәт Иҫәнәманов оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.  Диспетчерҙар Лариса Казлова, Гөлнара Сәмәрханова, Маргарита Сәмиғуллина, Азат Ямалетдинов ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең саҡырыуын беренсе булып ҡабул итә һәм уларға ярҙамға экипаж йүнәлтә.

Баймаҡ районында шулай уҡ Альберт Байымов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәтенең көньяҡ-көнсығыш отрядының филиалы эшләй. Улар ҡарамағында ойошторолған Темәс (часть начальнигы Азат Мәҡсүтов), Түбә (Айнур Ҡаҙаҡбаев), Беренсе Төркмән (Илдар Бүләкәнов), Урғаҙа (Динар Ғүмәров) янғын һүндереү частары халыҡ именлеген һаҡлай. Шулай уҡ ун ирекле янғын һүндереү командаһы бар. Шулар араһында Ниғәмәт, Йомаш, Сибай ауыл билдәмәләрендәге янғын һүндереү командалары уңышлы эшләй.

Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлексәһе дознователдәре Илдар Әбүбәкиров, Шәфҡәт Ямантаев һәм янғын хәүефһеҙлеге һағы РФ-тың БР буйынса дәүләт комитеты идаралығының инструкторы Руслан Карибеков профилактик эштәр алып барыуға ҙур иғтибар бүлә.

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәүлек әйләнәһенә постҡа баҫа. Хәмитйән Тойғонов ҡарамағында ун кеше эшләй. Улар районда булған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы теркәп, кәрәк булған осраҡта ярҙам күрһәтеүгә һәр саҡ әҙер.

Баймаҡ янғын һүндереүселәре төрлө йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Спорт сараларында, экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнашалар. 15-се янғын һүндереү отрядының йыйылма командаһы составында Баймаҡ янғын һүндереүселәре лә янғын һүндереү спорт байрамында сығыш яһай һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.  Волейбол, баскетбол, мини-футбол, еңел атлетика, гер күтәреү, саңғы, йөҙөү, өҫтәл теннисы һәм башҡа спорт сараларында ихлас ҡатанашып, призлы урын яулайҙар.

Янғын һүндереүселәрҙең һөнәри байрамы уңайы менән ветерандар тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Тыл һәм хеҙмәт ветераны Петр Плиц быйыл үҙенең 95 йыллыҡ матур юбилейын билдәләйәсәк. Абдулҡәүи Дусыев, Зиннур Аҫылбаев, Альберт Әминев, Рәмил Аҡбулатов, Зөфәр Мортазин, Люция Аҙнағолова, Миңлеямал Исхакова, Булат Хаҡбердин, Иван Марков, Виталий Табанаков, Ирек Әбйәлилов, Нур Йосопов, Шәрифулла Йәноҙаҡов, Ирмәк Ғәлин оҙайлы йылдар халыҡ именлеге һағында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уларҙың бай тәжрибәһен бөгөн йәштәр лайыҡлы дауам итә.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайы менән янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныс дежурство, ғаилә именлеге теләйем. Баймаҡта янғын сиренаһы мөмкин тиклем әҙерәк яңғыраһын.

Иршат Әбүбәкиров,

114-се янғын һүндереү часы начальнигы.  

Именлек һағы -  ышаныслы ҡулдарҙа
Именлек һағы - ышаныслы ҡулдарҙа
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас