+11 °С
Облачно


1 майҙа (Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы) һәм 9 майҙа (Еңеү көнө) дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелмәйәсәк. Был көндәрҙә транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына имтихандар үткәрелмәй һәм водитель таныҡлығы бирелмәй.
2 майҙа һәм 11 майҙа ГАИ подразделениелары штат режимында эшләйәсәк. Граждандар транспорт сараһын теркәй, водитель таныҡлығын алмаштыра, шулай уҡ квалификация имтиханын тапшыра аласаҡ.
Дәүләт автоинспекцияһы сиратта тормау һәм ваҡытты экономиялау өсөн визиттарҙы алдан планлаштырырға һәм графиктағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алырға кәңәш итә.