Новости
27 Апреля , 04:30

Төркмәндәрҙән яугирҙәргә күстәнәс!

Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеүҙә Төркмән ауылы халҡы һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша.

Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеүҙә Төркмән ауылы халҡы һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша. Был юлы ла ярҙам ҡулы һуҙып, тос ҡына өлөш индерҙеләр: маскировкалау селтәрҙәр үрҙеләр, мәҙәниәт йортонда эшләүсе ҡыҙҙар татлы йыуасалар бешерҙе һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр тупланы. Уларҙың барыһын да Баймаҡ районының "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабына тапшырҙылар. Күңел һалып бешерелгән ризыҡтар һәм ауыл халҡы менән бергә әҙерләнгән гуманитар ярҙам һалдаттарыбыҙға барып етһен. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, тип хәбәр итте беҙгә Беренсе Төркмән ауылынан ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Зәлиә Бүләкәнова.

Төркмәндәрҙән яугирҙәргә күстәнәс!
Төркмәндәрҙән яугирҙәргә күстәнәс!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас