Новости
27 Апреля , 04:35

Түбәләр сираттағы ярҙамын әҙерләне

Түбә ауылы мәктәбенең "Йәш әрмеселәр" һәм "Беренселәр хәрәкәте" кластары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн оҙаҡ яна торған шырпы эшләне. 

Түбә ауылы мәктәбенең "Йәш әрмеселәр" һәм "Беренселәр хәрәкәте" кластары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн оҙаҡ яна торған шырпы эшләне. Был шырпыларҙы яугирҙәр туҙ урынына, аҙыҡ йылытырга, яҡтылыҡ өсөн ҡуллана ала.
Оҙаҡ яныу сифатына эйә булған шырпы 6-8 минут яна. Ә беҙҙең уҡыусылар бындай 486 шырпы эшләне. Тимәк, беҙҙең шырпыларҙы сылбырлап яндырған ваҡытта, оҙайлығы ике тәүлеккә етәсәк.
Тиҙ арала юлға сығасаҡ оҙаҡ яна алған шырпылар яугирҙәребеҙгә йыйылык һәм яҡтылыҡ ҡына түгел, ә беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың күңел йылыһын да тойор тип ышынып ҡалабыҙ, тип хәбәр итте беҙгә уҡытыусы һәм әүҙем ирекмән Гөлдәр Халфина.

Бынан тыш Түбә ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары Ирәндек буйында үҫкән шифалы үләндәрҙән төрлө сәй әҙерләп, пакеттарға тултырҙы. Барлығы улар 1200 дана килеп сыҡты. Тыуған яҡтарын һағынған яугирҙәргә бик тә тәмле күстәнәс буласаҡ ул.

Түбәләр сираттағы ярҙамын әҙерләне
Түбәләр сираттағы ярҙамын әҙерләне
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас