+21 °С
Болотло


Бөгөн иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Сәйғәфәр ауылында янғын тураһында хәбәр итте. Тыныслыҡ урамындағы ике фатирлы йорт янып киткән. Беренсе янғын һүндереү подразделениелары килгән мәлдә ут бүрәнә йортто, йәйге аш-һыу бүлмәһен һәм мунсаны ялмап ала.
Һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм Йомаш ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы йәлеп ителә. Берҙәм тырышлыҡ менән янғын һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конструкцияларҙы тикшергәндә һәләк булған 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Тикшереү бара.