Новости
26 Апрель , 11:50

Ғүмәрҙә матур сара

Бәләкәстәр менән фәһемле сара үтте

Ғүмәрҙә матур сараҒүмәрҙә матур сара
Ғүмәрҙә матур сара

Ғүмәр ауылының балалар баҡсаһында китапханасы З.Ә. Аксарина ағинәйҙәр менән берлектә <Исемең матур, кем ҡуйған?> тигән матур сара үткәрҙе. Балалар тәрбиәселәре Миңзәлә Мират ҡыҙы һәм Йәмилә Тәлғәт ҡыҙы Үҙәнбаевалар ағинәйҙәрҙе йыр-сәләм менән ҡаршы алдылар.Шунан ағинәйҙәр, (етәксеһе Зөбәйҙә Әхмәр ҡыҙы Үҙәнбаева) үҙҙәре менән таныштырып сыҡҡас, кескәйҙәр ҙә үҙҙәре менән таныштырҙылар: Әмир, Азамат, Хәсән, Әминә-Ева, Дима, Женя исемле балалар икән. Ағинәйҙәр сығыштарында балаларҙың исемдәре нимә аңлатҡанын, сабый тыуғас та йүргәк исеме ҡушыу йолаһын һөйләп үттеләр. Йүргәк исеме сабыйҙы төрлө сир-зәхмәттән һаҡлаған. Флүрә Фәтих ҡыҙы <Минең йүргәк исемем- Винера> тип таныштырҙы. Йәштәрҙә лә был йоланың һаҡланып килеүе ҡыуаныслы. Артабан Гөлнур Хәсәнова башҡарыуында <Бибинур>йырын тыңлап, <Гөлнәзирә>гә күмәкләп бейеп алғас, <Исем әйтеш> тигән халыҡ уйынын уйнаныҡ. Балалар сарана күстәнәстәр алып, ҡыуанышып таралыштылар. Балаларҙың киләсәге матур, ата-әсәһе ҡушҡан исемгә тап төшөрмәй, тыныс илдә, бәхетле йәшәһендәр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас