+11 °С
Облачно


Яугир һөйләүенсә, йәмғеһе алғы һыҙыҡта ул 19 яугирҙең ғүмерен ҡотҡарыуға өлгәшкән.
«Шах» — ҡорос ихтыярлы батыр яугир, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле һәм оло йөрәкле лә. Бәләкәйҙән йорт хайуандарын ярата, бала сағында йыш ҡына хужаһыҙ ҡалған бесәйҙәрҙе, эттәрҙе өйөнә алып ҡайтыр була. Күптән түгел гуманитар ылау водителе ярҙамында бесәйен ауылдағы әсәһенә биреп ҡайтарған. Яугирҙең һүҙҙәренсә, алғы һыҙыҡта тормошҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә.
«Алғы һыҙыҡта доға ҡыла башланым. Һуғышҡа тиклем уларҙы белмәй ҙә, көсөнә ышанмай ҙа инем. Доға ярҙамы менән генә иҫән ҡалдым», — ти яугир.