

Бетерә ауылынан шәхси эшҡыуар Мөхтәр Урал улы Бирғәлиндың ағас ултыртыу эше тамам. Дүрт ауылдан йыйылған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар дүрт көн эсендә бер-бере менән яҡындан танышып, бер ғаиләләй дуҫлашып та алдылар. Эш араһында моңло йырҙары менән ҡыуандырыусылар ҙа, мәрәкәләре менән көлдөрөп күңелде күтәреүселәр ҙә булды. Тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянған мәлендә, төрлө ер-һыуҙарҙы, яҙғы сәскәләрҙе күрһәтеп, йылы яҡтан әле генә үҙ төбәгенә ҡайтып, сәләм-йырҙарын йырлаусы ҡоштарҙың моңло йырҙарын тыңлатып, күңелебеҙгә сихри көс, дәрт, илһам алырлыҡ сәйәхәттәрҙә алып йөрөгән, барыбыҙҙы ла "үҙ ҡанаты" аҫтына алып, эш менән тәьмин иткән Бетерә егете Бирғәлин Мөхтәр Урал улына, уның улдары Әхиәр менән Әнүәргә, тәмле ризыҡтары менән һыйлаусы Айгөл Мөхтәр ҡыҙына, шулай уҡ аш-һыу әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Альмира Шәрип ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын! Барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыныс тормош теләйбеҙ. Изге теләктәр менән, бар коллектив исеменән;
Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы Ишдәүләтова.
Ишей-Бетерә.