Новости
25 Апреля , 04:35

Баш мөхәррир сығыш яһаны

Район мәҙәниәт йортонда ҡаланың учреждениелары, уҡыу йорттары, ойошмалары коллективтары араһында иғлан ителгән художестволы смотрҙың Гала-концерты үтте.Сәхнәлә жюри тарафынан һайлап алынған иң-иңдәр сығыш яһаны. "Баймакский вестник" гәзитенең баш мөхәррире, талантлы йырсы һәм ижадсы Дмитрий Фадеев "Ҡышҡы романс" йырын башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарып, барыһын да хайран итте.Афарин, коллега!

Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,

Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.

Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,

Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…

Ҡушымта.

Һин – ғүмер ағыштарым,

Һин минең һағыштарым,

Һин – минең шатлыҡ илем,

Юғалтыу – табыштарым,

Һин – минең һағыштарым.

Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға…

Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.

Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да

Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.

Ҡушымта.

Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,

Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.

Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,

Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас