Новости
25 Апреля , 05:50

Афарин, Әдилә!

Баймаҡта милли мәҙәниәтте һәм телдәрҙе үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булған «Урал Батыр» эпосын сит телдә башҡарыусылар бәйгеһе уңышлы үтте.

Афарин, Әдилә!Афарин, Әдилә!
Афарин, Әдилә!

Баймаҡта милли мәҙәниәтте һәм телдәрҙе үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булған «Урал Батыр» эпосын сит телдә башҡарыусылар бәйгеһе уңышлы үтте. Был сарала Билал мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Әдилә Ғайсина үҙенең ижади һәләтен һәм тел белемен күрһәтә алды һәм I урынға лайыҡ булды. Уҙған йылда Әдилә ошондай уҡ бәйгелә эпостың 50 юлын инглиз телендә ятлап ҡатнашҡан булһа, быйыл ул 80 юлды хәтерләп, беренселекте яуланы. Был — уҡыусының ҙур тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыуының һөҙөмтәһе. Әдиләнең уңыштары өсөн уның етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Рәйлә Йәнгилдинаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Икегеҙгә лә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас