Новости
24 Апреля , 08:45

Көндәр ҡасан йылый?

24 апрелдә көндөҙ Башҡортостандың күпселек райондарында бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә.

Көндәр ҡасан йылый?Көндәр ҡасан йылый?
Көндәр ҡасан йылый?

Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошонан һуң ҡарлы-ямғырлы, һалҡын көндәр башланды. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, быға һалҡын фронт сәбәпсе. Аҙна уртаһында һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк булды.

«24 апрелдә көндөҙ Башҡортостандың күпселек райондарында бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә. Аҙна һуңында һауа температураһы 2-3° күтәрелә, ләкин ямғыр яуыу ихтималлығы арта», — тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.

Был беҙҙең төбәктә апрелгә хас күренеш: яҙ бер аҙым алға баҫа, ике аҙым артҡа сигенә. «Арктик һауа циклон тылына үтеп инә һәм көтөп алған йылы урынына һалҡындар килә», – ти синоптиктар.

Күреүебеҙсә, яҡын көндәргә фараздар өмөт бирә, әммә тиҙ генә йәй вәғәҙә булырын итмәй. Яҙғы-йәйге осорға рәсми фаразға ҡарағанда, апрелдә уртаса температура +4, +6° булырға тейеш.

«Фобос» үҙәге фараздары буйынса, май башында ғына температура үҙгәрә. 1 майҙа уҡ республикала көндөҙ температураның +17°, ә 2 майҙа +20° тиклем күтәрелеүе мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас