Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Апрель , 12:30

Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп

Баймаҡ районында, Чернобыль һәләкәтенең 40 йыллығы алдынан, ЧАЭС-та авария эҙемтәләре менән көрәшеүселәр һәм уларҙың тол ҡатындары менән осрашыу үтте. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, уларҙың батырлығына хөрмәт йөҙөнән,  «ЧАЭС-та аварияны бөтөрөүгә 40 йыл» тигән иҫтәлекле миҙалдарҙы тапшырҙы.

Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләпБаймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп
Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп

2026 йылдың 26 апрелендә XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте — Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияға 40 йыл тула. Был көндө беҙ янғын һүндереүселәрҙе, станция персоналы, хәрби хеҙмәткәрҙәр, төҙөүселәр, ғалимдар һәм табиптарҙы — барыһын да, йәғни авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр булараҡ тарихҡа ингәндәрҙе иҫкә алабыҙ.

Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп
Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп
Баймаҡ чернобылселәрен тәбрикләп
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас