Рита Өмөтбаева юғары исемгә лайыҡ булды!
Рәсәй Президенты Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында" указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында Баймаҡ ҡыҙы ла бар. Журналист, продюсер, алып барыусы, етәксе, тынғыһыҙ ижадсы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булды!
Рита Ришат ҡыҙының күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, башҡорт халҡының сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Бик күп мәҙәни саралар, фестивалдәр, концерттарҙың ойоштороусыһы. "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "7 егет" һәм башҡа телевизион проекттар авторы булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙе киң тамашасыға еткереп, уның абруйын тағы ла күтәрә.
Илһамығыҙ һүнмәһен, яңы ижади үрҙәр яулау өсөн көс-ҡеүәтегеҙ ташып торһон! Киләсәктә лә халҡыбыҙға хеҙмәт итеп, тағы ла ҙур уңыштарға ирешергә яҙһын!