+8 °С
Облачно


Таулыҡай ауылы халҡына һәм урындағы «Аҡйондоҙҙар» ирекмәндәр клубы командаһына ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Улар "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабына яугирҙәр өсөн бик кәрәкле ярҙам тапшырҙы: 63 вакуумлы пакетта итле ҡарабойҙай бутҡаһы, тәм-том, аҙыҡ-түлек, шулай уҡ 2 маскировка селтәре. Быларҙың барыһы ла беҙҙең яугирҙар өсөн бик мөһим. Һәр тапшырылған әйберҙә - тыуған йорттоң йылыһы. Һеҙҙең ярҙамығыҙ яугирҙәрҙең хәрби рухын нығыта һәм көс бирә. Афарин таулыҡайҙарға!