

16-20 апрель Ҡалмығстан республикаһының баш ҡалаһы Элистала Рəсəй кубогының 1-се этабы уҙҙы. Адыгея, Алтай, Бүрəт, Дағстан, Ингуш, Ҡалмығстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан, Удмурт, Яҡут республикаларынан, Белгород, Владимир, Волгорад, Һамар, Иркутск, Ленинград, Севостополь, Ставрополь, Силəбе, Ҡырым, Кемерово, Мəскəү, Новосибирск, Ростов, Разянь, Тверь, Ульяновск, Ярославль өлкəлəренəн, Краснодар, Байкал аръяғы крайҙарынан 250-нəн ашыу ҡеүəтле мəргəндəр иң юғары баҫҡыстарға менеү өсөн ярышҡа йыйылған ине.
Башҡортостандан бөтəһе 17 уҡсы ҡатнашты.
Шуларҙың иҫəбендə беҙҙең Баймаҡ районынан 3 уҡсы Рахманғолов Ғəфүр, Өмөтбаев Тимур, Иҙрисов Фəиз үҙ көстəрен самалап ҡараны.
Зд-һунар дисциплинаһы буйынса ике көн дауамында барған көсөргəнешле атышта бронза миҙалды Рахманғолов Ғəфүр яулаһа, 70 метрҙан "Төрөк путаһы" сəбенə атышҡанда Өмөтбаев Тимур 1 урынға сығып Бөтə донъя күсмəндəре уйындарына һайлап алыу турының финал этабына үтеүгə өлгəште.
Шулай уҡ, Башҡортостандың тағы уҡсылары еңеүгə өлгəште. 3д-һунар дисциплинаһы буйынса баҫҡысты тулыһынса үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙары яулап алды.
беренсе - Вəлеева Динə (Учалы районы);
икенсе - Ғəлиуллина Айгөл (Белорет ҡалаһы);
өсөнсө - Дəүлəтова Гүзəлиə Əбйəлил районы).
40 метрҙан Урта Азия сəбенə атышҡанда ла ҡыҙҙар һынатманы
икенсе - Ғəлиуллина Айгөл (Белорет ҡалаһы);
өсөнсө - Нурутҡолова Илүзə (Бөрйəн районы)
Афарин, башҡорт уҡсылары!!!
Артабанда еңеүҙəр яуларға яҙһын