Темәс ауыл Советы райондың иң ҙур ауыл биләмәһенән һанала. Уға туғыҙ ауыл ҡарай. Был төбәктә йәшәгән халыҡтың йәшәйеше, тормошо, көнүҙәк проблемалары тураһында ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова менән әңгәмәләштек. Ул башҡарылған эштәргә анализ яһап, киләсәккә пландары менән таныштырҙы.
- Темәс ауыл биләмәһендә 5133 кеше теркәлгән, шуларҙың 1436-һы - оло йәштәгеләр. Былтыр ҡырҡ ике бала тыуған, һикһән туғыҙ кеше вафат булған. Меңдән ашыу кеше теркәлмәйенсә йәшәй. Рәсми статистика менән ысынбарлыҡтағы күрһәткес араһындағы айырма ярайһы ҙур ғына. Был беҙҙең төбәктә йәмәғәтселекте йәлеп иткән эре стационар учреждениеларҙың урынлашыуы менән аңлатыла. Мәҫәлән, психоневрология интернаты һәм участка дауаханаһының эшләүе.
Темәстә инфраструктура киң үҫешкән. Ысынында ла, Һаҡмар буйында урынлашҡан төбәктең мәҙәни үҙәге булып һанала. Беҙҙә врач амбулаторияһы эшләй. Халыҡты ике участка терапевы, педиатр ҡабул итә. Бынан тыш, коллективты ун дүрт шәфҡәт туташы, алты кесе медицина хеҙмәткәре, өс оператор һәм водитель тулыландыра. Амбулаторияға көнөнә уртаса етмеш кеше мөрәжәғәт итә. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән һигеҙ урынлыҡ стационар дауалау бүлеге бар. Шулай уҡ халыҡтың һаулығы һағында һәр саҡ әҙер торған тиҙ ярҙам хеҙмәте эшләй. Ул биш ауыл биләмәһе халҡын хеҙмәтләндерә.
Һаҡмар, Әмин, Түбәнге Таһир, Ишей, Бетерә ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Әммә Ишей һәм Бетерәлә, фельдшер булмау сәбәпле, ФАП бикле тора. Был төбәктә күберәк оло йәштәгеләр йәшәй. Ә уларҙың һаулығын даими рәүештә тикшереп тороу талап ителә. Өҫтәүенә, һәр минуты-секунды ҡәҙерле булған хәл-ваҡиғалар ҙа була.
Ауыл биләмәһендә “Фармленд”, “Апрель” һәм Темәс ауыл врач амбулаторияһы эргәһендә шәхси эшҡыуар Ниғмәтуллиндың дарыуханалары эшләй.
Темәс, Ишей, Түбәнге Таһир ауылдарындағы мәктәптәрҙә илле ике педагог бар. Уларҙа 552 бала белем ала. Биш мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар, шуларҙың икәүһе Темәс ауылында урынлашҡан. Уларҙа 176 бала тәрбиәләнә.
Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы уңышлы эшләй. Ҡурай, хореография, йыр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса туҡһан уҡыусы белем ала.
Темәс ауыл биләмәһендә күп функциялы мәҙәниәт йорто һәм өс ауыл клубы бар. Улар халыҡты үҙенә йәлеп итеп торған үҙәк булып тора. Бында төрлө мәҙәни саралар йыш уҙа. Тормош ҡайнап тора. Мәҙәниәт йорто ҡарамағында “Йондоҙсоҡ” балалар бейеү ансамбле, “Ғилмияза” фольклор ансамбле, “Умырзая”, “Надежда” вокаль, ҡурайсылар, гармунсылар ансамблдәре эшләй. Шулай уҡ “Күңел ялы” оҫта ҡулдар клубы бар. Әйтергә кәрәк, уларҙа ижадҡа һөйөү менән баҡҡан халыҡ ҙур теләк менән шөғөлләнә. Күп функциялы мәҙәниәт йорто бинаһында, шулай уҡ Ишей, Һаҡмар һәм Түбәнге Таһир ауылдарында китапханалар урынлашҡан.
Темәстә күп функциялы үҙәктең филиалының булыуы беҙҙең төбәк халҡы өсөн бик тә отошло. Унда ике хеҙмәткәр эшләй. Былтыр төрлө һорауҙар буйынса 6557 кеше мөрәжәғәт иткән.
“Рәсәй почтаһы” 2024 йылда яңы бинаға күсеп эшләй башланы. Темәстә штат тулы булһа ла, Әминдә һәм Күнзавод ауылдарында почтальондар юҡ. Был беҙҙең халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Айырыуса коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр, гәзит-журналдарға яҙылыу барышында был ныҡ һиҙелә. Ләкин уны хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
“Темәс” тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы булып тора. Әлеге ваҡытта унда ремонт-реставрация эштәре барыу сәбәпле, ваҡытлыса ябылған һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү туҡтатылған. Ә шулай ҙа хеҙмәткәрҙәр төрлө саралар һәм күргәҙмәләрҙе музейҙан тыш уҙғара. Ремонттың оҙаҡҡа һуҙылыуының төп сәбәбе - экспозиция эштәренә финанслауҙың тотҡарланыуында.
“Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы” йорто филиалы булып һанала. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр беҙҙә уҙған күп кенә мәҙәни сараларҙың инициаторы һәм ойоштороусыһы. Улар төрлө тематик, патриотик рух менән һуғарылған кисәләр йыш уҙғара.
Темәс ауылында янғын һүндереү часының урынлашыуы беҙҙең төбәк халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Ун биш хеҙмәткәр өс көн аша тәүлек әйләнәһенә халыҡ именлеге һағына баҫа. Улар Темәс, Билал һәм Ҡолсора ауыл биләмәләре халҡын хеҙмәтләндерә.
Беҙҙең төбәктә сауҙа киң үҫешкән: утыҙ алты магазин, “Магнит” һәм “Пятерочка” супермаркеттары эшләй. Шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуарлыҡ та киң үҫеш алған. Ағас эшкәртеү менән - һигеҙ, төҙөлөш таштары сығарыу менән дүрт шәхси эшҡыуар шөғөлләнә. Улар уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙар булып һанала. Төрлө сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр.
Шулай уҡ биш техник хеҙмәтләндереү станцияһы, ике автомобилдәрҙе йыуыу, ике матурлыҡ салоны, ике бөҙрәхана һәм бьюти салондар бар. Улар халыҡҡа сифатлы һәм тейешле уңайлыҡтар күрһәтеп, ышаныстарын яулаған эшҡыуарҙар.
Төбәктә шулай уҡ һыйыр малы һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уңышлы эшләй. Байрас Ҡотлоғәләмов, Рим Әхмәров, Илнур Биктимеров, Илсур Әбсәләмов, Илфат Сәфәрғәлин, Айбулат Сөләймәнов, Әмир Мәжитов, Урал Утарбаев, Венер Байғужин был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара.
Төбәкте төҙөкләндереү һәм инфраструктураны үҫтереү маҡсатында “Уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу” программаһы ҙур ярҙам итә. Уға ярашлы төҙөлгән “Темәс – беренсе баш ҡаланың йөрәге” проектында ҡаралған эштәр буйынса административ бина урынлашҡан биләмә һәм уның эргә-тирәһендә ҙур төҙөкләндереү саралары башҡарылды. Ул хәҙер халыҡтың яратып ял иткән урынына әйләнде.
“Аныҡ эштәр” һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программалары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Улар ярҙамында былтыр Бетерә һәм Әмин ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы хәл ителде. Темәс ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһына заман талаптарына яуап биргән, хәүефһеҙ тип табылған балалар спорт һәм уйын ҡоролмалары урынлаштырылды.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан итегән төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтырғы эш һөҙөмтәһе буйынса Ишей ауылы “Сәләмәт ауыл” конкурсында Гран-при яуланы. Ә инде Темәс ауылы “Сылтыр шишмә”лә икенсе урынды яуланы. Был да беҙҙең маҡсатлы эш алып барыу һөҙөмтәһе.
Юлдарға айырым иғтибар бирелә. Былтыр Бетерә ауылы тулыһынса, ә Темәс ауылының Фрунзе, Әбделкәримов, Яғалса, Әселе урамдарына ҡырсынташ түшәлде. Был тәңгәлдә тағы ла хәл итәһе мәсьәләләр бар.
2025 йыл беҙҙең өсөн уңышлы һәм ваҡиғаларға бай булды. Ауылдарҙы үҫтереү маҡсатында ҡаралған төп йүнәлештәр буйынса ҙур күләмдәге эштәрҙе атҡарып сығырға өлгәштек. Әлбиттә, халыҡтың тормош сифатын тағы ла яҡшыртыу өсөн әле күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Тәү сиратта, башланған ремонт эштәрен тамамлау мөһим. Шулай уҡ социаль өлкәне үҫтереү, халыҡтың инициативаларын хуплау һәм тарихи-мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау буйынса бурыстар тора. Быларҙың барыһы ла ауылдарҙың киләсәген хәл итә торған саралар. Шуға күрә лә улар айырым иғтибар талап итә.
Шулай уҡ беҙҙең төбәккә хас проблемаларҙың береһе - Темәс менән Бетерә араһындағы юл. Был күптән беҙҙә борсолоу тыуҙыра. Уның торошо үтә лә насар хәлдә. Был проблеманы хәл итеү юлдары өйрәнелә.
Тағы ла бер проблема хәл итеүҙе көтә: беҙҙең төбәктә “Ашығыс ярҙам” станцияһының филиалын асыу мөһимлеге килеп тыуҙы. Әлегә бер генә тиҙ ярҙам күрһәтеү бригадаһы эшләй. Ләкин тағы ла берәү талап ителә. Сөнки ауырыуҙы Баймаҡҡа, йәки Сибайға алып киткән осраҡта, ун туғыҙ ауыл халҡы ярҙамһыҙ тороп ҡала. Әлбиттә, кәрәк булған саҡта Баймаҡтан “Ашығыс ярҙам” саҡырыла. Ләкин ауылдар аралығы бик алыҫ. Мәҫәлән, Баймаҡтан Ишейгә тиклем 90 км. Сетерекле хәл-ваҡиға килеп тыуған осраҡта, минуттар түгел, секундтар ҙа һанаулы.
Ағас һәм таш ташыған ауыр йөк машиналарының Темәс ауылының үҙәк урамдары аша уҙыуы ла борсомай ҡалмай. Гидротехник ҡоролма аша урап үтеү юлында текә тауҙар бар. Ауыр йөк тейәгән машиналар, айырыуса ҡышҡыһын, бысраҡ ваҡыттарҙа, үрҙе сыға алмай. Һөҙөмтәлә улар ауыл аша уҙып, юлдарҙы боҙа.
Һүҙ аҙағында шуны әйтергә теләйем: халыҡ урында килеп сыҡҡан проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләй. Был тәңгәлдә ауылдарҙың активтарына, ауыл Советы депутаттарына ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Нисек кенә булмаһын, ауыл халҡы йәшәй һәм киләсәккә өмөт менән баға. Бөгөн иң мөһиме – махсус хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау, Еңеү яулап ҡайтыуҙары. Ә беҙҙең төбәк халҡы уларға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.