+16 °С
Облачно


Быйыл 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы йомаға тура килә.
Шулай итеп, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр – 1, 2 һәм 3 майҙа, ә кемдәр алты көн эшләй, 1 һәм 3 майҙа ял итә. 30 апрелдә эш көнө ҡыҫҡара. Графикка ҡарамаҫтан, эштән бер сәғәткә иртәрәк сыға алаһығыҙ, тип белдерҙеләр ведомствола.
Отпуск алғанда 1 май ғына календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.
1 майҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы түләнә. Әгәр һеҙҙе ял көнөндә эшкә сығырға саҡырһалар, һеҙҙең яҙма ризалыҡ кәрәк. Эш көнө өсөн икеләтә түләү йәки башҡа ял көнө ҡаралған.
Еңеү көнө уңайынан 9-11 майҙа (шәмбе-дүшәмбе) ял итәбеҙ. Бынан тыш, 27 май – Ҡорбан байрамы байрам өнө тип иғлан ителде.