

Таулыҡай ауылында батыр яугир, илебеҙ именлеген һаҡлап Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ, "Батырлыҡ" ордены кавалеры, взвод командиры, лейтенант Сәғәҙәтов Рәмил Рамаҙан улының яҡты иҫтәлегенә арналған ҙур сара үтте. Сараның тәүге өлөшө батыр рухына бағышланған хәтер кисәһе итеп ойоштородо. Таулыҡай мәктәбе директоры Рифат Рәшит улы асып, бөгөнгө сараның тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, Таулыҡай ауылы илһөйәр, батыр улдары менән дан тотоуон билдәләп китте. Ҡәнзәфәр хажи Сағынбаев батыр егетебеҙ рухына доға бағышланы. Рәмил Рамаҙан улы Таулыҡай ауылында Рамаҙан Ибраһим улы менән Рәсимә Зәки ҡыҙы Сәғәҙәтовтарҙың өс ҡыҙҙан һуң көтөп алған ғәзиз улдары. Бала саҡтан тырыш, ипле, матур һүҙле,тыуған ауылын яратҡан, аҡыллы, шәп егет булып үҫә ул. Әсәһе Рәсимә Зәки ҡыҙы улының яҡты хыялдар, ҙур маҡсаттар менән йәшәүен, Махсус хәрби операцияла сағында ла, әсәһен ҡурсып, яҡындарын һәр саҡ һаҡларға теләүен һөйләне. "Бер ваҡытта ла зарланманы, һәр ваҡыт "Барыһы ла яҡшы буласаҡ!" тип беҙҙе йыуатты", тип хәтирәләре менән бүлеште оло йөрәкле әсә. Батыр ул тәрбиәгән әсәнең улы тураһында ғорурланып та, һағынып та һөйләүен тулҡынланып тыңланыҡ.Сабыр, изге йөрәкле лә яугир әсәләре. Рәмил батырыбыҙҙың тормош юлына байҡау яһап, уның мәктәп йылдарында яҡшы уҡыуы, спорт һөйөүе, аралашыусан, дуҫ- иштәре менән яҡшы мөнәсәбәттә булған тырыш егетте класташтары, дуҫтары ихтирам иткәнен билдәләп үтте сараны алып барыусы Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы. Ә класташтары ихтирам, иғтибар йөҙөнән Рәсимә Зәки ҡыҙына бүләк-күстәнәстәр тапшырып, ысын дуҫ, батыр егет тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдереп, Рәмил тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлештеләр. Уҡыуҙы бөткәс, юғары белем алыу теләге көслө була Рәмилдә.Сибай институтының тарих факультетын уңышлы тамамлай. Уҡыған осоронда тыуған мәктәбендә практика үтеп, балалар, уҡытыусылар менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан йәш уҡытыусы егетте барыһы ла ихтирам итеп, яратып өлгөрә. Бергә уҡыған Илдус дуҫы ла Рәмил тураһында бик йылы хәтирәләр менән бүлеште. Ҡош ҡанаты менән, ир-егет дуҫлыҡ менән көслө ,тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән, ысын ир-егет була Рәмил Сәғәҙәтов. Әрме хеҙмәтен үтеп, төрлө ерҙәрҙә эшләгәндә лә үҙен тәртипле, хеҙмәт һөйөүсән итеп күрһәтә. Ысын дуҫ, туған йәнле булды Рәмил. Иғтибарлы, ата-әсәһенә, апайҙарына, туғандарына ярҙамсыллығы менән айырылып тора. Мобилизацияға эләгеп, МХО -ға юлланырын да ул ысын ир-егеттәргә хас тыныс, батырҙарса ҡабул итә. "Тыныслыҡ урынлашып,имен-һау ҡайтһам, тыуған ауылымда йәшәп, буш ятҡан ерҙәрҙе эш итеп фермер булам"-тип матур хыялдар менән йәшәй Рәмил. Беҙҙең батыр егетебеҙҙең хыялдары ла яҡты ине ... Ауыл хакимиәте башлығы Кәйүм Рәжәп улы, ауылдың имам-хатибы, хажи Рауил Әхмәҙиә улы Сәлихов, класс етәксеһе Ғәзиз Йыһанур улы Байегетов Рәмил тураһында тик йылы хәтирәләр, матур иҫтәлектәр менән уртаҡлаштылар. Сараның тәүге өлөшө "Башҡортостан егеттәре" йыры менән тамаланды. Сараның икенсе өлөшөндә Рәмил Сәғәҙәтовтың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелгән волейбол ярышы булып үтте. Ярыш бик сәмле, ҡыҙыу барҙы. Бөтәһе 7 команда ҡатнашты. Ярыштың баш судьяһы Ғәзиз Йыһанур улы волейбол турнирының юғары кимәлдә ойошторолоуына бар көсөн һалды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса: 1-се урын Рәмилдең туғандары командаһына, 2-се урын Таулыҡайҙар, 3-сө урын Күсейҙәр командаларына бирелде. Мәктәп ысын мәғәнәһендә спорт һөйөүселәр биләмәһенә әйләнеп, яугирҙең туғандары, дуҫтары, ауылдаштары менән берлектә үткән ҙур бер йыйынды хәтерләтте. Сараны ойоштороусы ғаиләһе, бер туған апайҙары, туғандары бар яҡтан уйлап, тырышып әҙерләнгәндәр. Ауыл хакимиәте менән берлектә Таулыҡай мәктәбендә үткән ҙур сара барыһының күңеленә һағыш та, ғорурлыҡ та тойғолары аша һуғарылып барҙы. Ошо сараны үткәреү инициативаһы менән сыҡҡан бер туған апайҙары Гөлгинә, Гөлсинә, Роза, еҙнәләре, әсәһе Рәсимә Зәки ҡыҙы,туғандары бар яҡтан уйлап ойоштороу эштәрен алып барҙылар. Ярышта ҡатнашыусыларға кубоктар, миҙалдар, иҫтәлеле бүләктәр тапшырҙылар. Мәктәп ашнаҡсылары менән берлектә табын әҙерләп, тәмле аш-һыуҙары менән һыйланылар. Сара юғары кимәлдә үтеп, ҡатнашыусылар күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яуҙа батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Рәмилдең йәне ожмах түрендә булһын. Рәсимә апайға, апайҙарына күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ. Илебеҙ именлеге өсөн һәләк булған яугирҙәр беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңгелек һаҡланыр.
Азаматова Әнүзә Таһир ҡыҙы.