Новости
19 Апрель , 08:35

Сыңғыҙҙа өмә

Сыңғыҙ ауылы ла бер өмәнән ситтә ҡалмай. Улар күмәкләшеп сығып ауыл осондағы 2 км тирәһе оҙонлоҡтағы аллеяны ҡоро үләндән таҙартты. Ауылдың актив ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыттағыса ихлас эшләне. Өмәлә иң оло ҡатнашыусы Марат Рәхимйән улы Рәжәпов булды. Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан Хәбир һәм Әнисә Уразбаевтар ҙа ҡатнашты.

Сыңғыҙҙа өмәСыңғыҙҙа өмә
Сыңғыҙҙа өмә

Башҡортостанда 18 апрелдән 10 майға тиклем яҙғы экологик өмәләр һәм «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үткәрелә. Был осорҙа республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында биләмәләрҙе таҙартыу, ағастар ултыртыу һәм яңы аллеялар булдырыу планлаштырыла.  Сыңғыҙ ауылы ла бер өмәнән ситтә ҡалмай. Улар күмәкләшеп сығып ауыл осондағы 2 км тирәһе оҙонлоҡтағы аллеяны ҡоро үләндән таҙартты. Ауылдың актив ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыттағыса ихлас эшләне. Өмәлә иң оло ҡатнашыусы Марат Рәхимйән улы Рәжәпов булды. Шулай уҡ Сибай ҡалаһынан Хәбир һәм Әнисә Уразбаевтар ҙа ҡатнашты. Тырыш ҡулдар тейгән аллея йәшәреп, таҙарып, бөтөнләй икенсе төҫ алды. Өмә иртәге көндә лә дауам итәсәк. Барығыҙҙы ла ихлас ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ауылыбыҙҙың таҙалығы-беҙҙең ҡулда!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас