+24 °С
Ямғыр
Ишмөхәмәт һәм Урғаҙа ауылдарын тоташтырған Урғаҙа йылғаһы аша һалынған күпер яҙғы һыу йыуыу сәбәпле. Унан юл йөрөү, техника менән сығыу хәүефе ҙур ине. Ике ауыл биләмә хакимиәте башлыҡтары берләшеп, йылға аша торба һалыуҙы ойошторҙо. Уның өҫтөнә ҡырсынташ түшәп, юлды тәртипкә килтерҙеләр. Юлда йөрөүселәрҙең хәлен аңлап, үҙ көстәре менән ваҡытлыса күпер һалған Урғаҙа, Ишмөхәмәт ауылы кешеләренә афарин, тиергә генә ҡала.
Әйткәндәй, өс йыл элек яҙғы ташҡын мәлендә емерелгән күпер әлеге мәлдә лә йөрөүгә яраҡһыҙ.