+21 °С
Болотло
Бөгөн баймаҡтар Ватаныбыҙ һағына баҫасаҡ тәүге саҡырылыш егеттәрен хәрби хеҙмәткә оҙатты. Уларға сарала ҡатнашҡан һәр кем изге теләктәрен әйтеп хушлашты. Егеттәрҙең Баймаҡ намыҫына тап төшөрмәй, бер йылдан һуң имен-һау хеҙмәттәрен тултырып ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Буласаҡ һалдаттар алдында район мәҙәниәт йорто артистары матур сығыштарын бүләк итте. Юғары кәйеф күтәренкелегендә улар юлға сыҡты.