Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель , 10:08

Яугирҙәр башҡорт теленән диктант яҙҙы

“Башҡортостан” полкының башҡорт яугирҙәре лә диктант яҙҙы. Ниндәй генә ауыр, хәүеф-хәтәр һағалап тормаһын, быйыл да улар акцияға ҡушылырға форсат тапты. Яҡташыбыҙ...

“Башҡортостан” полкының башҡорт яугирҙәре лә диктант яҙҙы. Ниндәй генә ауыр, хәүеф-хәтәр һағалап тормаһын, быйыл да улар акцияға ҡушылырға мөмкинлек тапты. Яҡташыбыҙ, Бетерә ауылынан “Дан” позывнойлы яугирҙең хәбәр итеүенсә, ниндәй генә шарттар булмаһын, башҡорт теле уларҙы һәр ҡайҙа ла: алғы һыҙыҡта ла, рациянан һөйләшкәндә лә ҡотҡара, күп сетерекле хәлдән сығырға ярҙам итә.

Әйтергә кәрәк, былтыр тап ошо акция барышында Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәре” һәм “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе егеттәре гуманитар ылау менән барған инек. Яугирҙәргә шунда беренсе тапҡыр яу ҡырында “Еңеү” диктанты яҙҙырған инем. Был хаҡта гәзитебеҙҙә лә күләмле мәҡәлә донъя күрҙе. Матур башланғыстың быйыл да дауам итеүе һөйөндөрә. Афарин, Баймаҡ яугирҙәре! Афарин, Башҡортостан егеттәре!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас