Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Ишбирҙе ауылы мәктәбе уҡыусылары ла ошо байрам уңайы менән "Милли кейемдә уҡыйым" акцияһына ҡушылды.
Был байрам мәҙәни колоридты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.
Милли кейем көнө - халыҡтарҙы берләштереүсе һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫының байлығын күрһәтеүсе сараларҙың береһе.
Милли кейем – халыҡтың визит карточкаһы, ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.
Тамырҙарын, йолаларын, халҡының тарихын, милли мәҙәниәтен ҡәҙерләгән халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә бар.
Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!