Новости
17 Апрель , 12:10

Милли кейемдә - диктант яҙыуға

Бөгөн Темәс тарихи-мәҙәни - үҙәгендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2026» акцияһында ҡатнашыу өсөн...

Бөгөн Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2026» акцияһында ҡатнашыу өсөн ағинәйҙәр, "Йәйғор" балалар баҡсаһының тәрбиәселәре, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты милли кейемдә килде.

Был сара — башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм уның абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарылған мөһим ваҡиға. Диктант ул туған телебеҙгә булған һөйөүҙе, ихтирамды күрһәтеү, берләшеү һәм берҙәмлек байрамы.
Бөгөнгө диктант тик белемде тикшереү генә түгел, ә рухи берҙәмлек, тыуған ергә, мәҙәниәткә һөйөү тойғоһо ла. Тыуған телебеҙ йәшәһен, байыһын, гөрләһен!

Милли кейемдә - диктант яҙыуға
Милли кейемдә - диктант яҙыуға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас