«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026» акцияһына Билал мәктәбендә уҡыусылар, уҡытыусылар, ағинәйҙәр һәм ауыл китапханасыһы ла дәррәү ҡушылды. Шуныһы үҙенсәлекле - сараға ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдә килеп, халҡыбыҙҙың мираҫына хөрмәт күрһәтте.
Был диктант Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына бағышланды.
Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” исемле тексты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы уҡыны. Диктант илһөйәрлек, батырлыҡ һәм милләт-ара дуҫлыҡ темаларына арналды. Акцияның төп маҡсаты — башҡорт телен һаҡлау, милләт-ара берҙәмлекте нығытыу һәм телде өйрәнеүгә этәргес биреү.